Бөгөн Пионерия көнө билдәләнә

Теүәл йөҙ йыл элек, 19 майҙа комсомолдың Бөтә Рәсәй съезы ҡарары менән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошма булдырыла. Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Был хаҡта БЮТ каналының киләһе репортажы. 

Пионерҙың һәр иртәһе галстук үтекләүҙән башлана торғайны. Был уҡыусыларҙы бөхтәлеккә һәм хеҙмәт һөйөүгә өйрәтте, тип хәтерләй Рәйфә Фирғәли ҡыҙы. Ул байтаҡ йылдар дауамында Федоровка районы Бала Сытырман мәктәбендә өлкән вожатый булып эшләй. Уның етәкселегендәге Салауат Юлаев дружинаһы төбәктә генә түгел, республикала ла алдынғылар рәтендә була.

Әлбиттә, пионерҙан галстугты дөрөҫ бәйләү ҙә, тәртипле булыу ҙа, тырышып уҡыу ҙа талап ителә. Шулай уҡ улар йәмәғәт эштәрендә һәм район сараларында әүҙем ҡатнашырға тейеш. Тап шуның өсөн дә Рәйфә Вәлиеваның уҡыусылары 19 майҙа үткәрелгән бер генә парадты ла, туристарҙың район слетын да, «Зарница» хәрби-спорт уйындарын да ҡалдырмай. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Рәйфә Фирғәли ҡыҙы 3-сө Дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнә.

Рәйфә Фирғәли ҡыҙы бөгөн тормош иптәше менән Шамонин ауылында йәшәй. Иртәнән алып уның телефоны бер минутҡа ла тынмай. Илдең төрлө тарафтарында йәшәүсе элекке дружина ағзалары яратҡан вожатый апайҙарын Пионерҙар көнө менән тәбрикләй.

Фото №1 - Бөгөн Пионерия  көнө билдәләнә

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ