Был турала республика йортонда үткән кәңәшмәлә белдерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған фекер алышыуҙа "Автодор" дәүләт компанияһы идара итеү рәйесе Вячеслав Петушенко ла ҡатнашты.
Көн тәртибенә Мәскәү – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Екатеринбург автомобиль юлының Башҡортостан аша үткән өлөшөн төҙөү мәсьәләһе сығарылды. Ултырышта шулай уҡ инженер селтәрҙәрҙе үҙгәртеп ҡороу, урман тергеҙеү һәм юл яны сервисын булдырыу тураһында ла фекер алышынды. М-12 магистрале Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса Екатеринбург ҡалаһына тиклем һуҙыла.
Проект буйынса ғәмәлдәге федераль юл селтәрен төҙөкләндереү һәм яңы участканы төҙөү ҡарала. Дүртөйлөнө Свердловск өлкәһенең Ачит ҡалаһы менән тоташтырған трасса 275 саҡырымлыҡ буласаҡ, уның 140 километры Башҡортостанға тура килә. Республикаға ҡараған участкала 2 транспорт үткәүеле, 19 күпер һәм 4 юлүткәргес төҙөү ҡарала. 4 йыл эсендә яңы трассаны асыу планлаштырылған. Ултырышта Башҡортостан башлығы күләмле төҙөлөшкә әҙерлек эше билдәләнгән график буйынса барыуы тураһында белдерҙе.





