Йырсы-шағирҙар араһында ойошторолған сара билдәле башҡорт шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Ханнановтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Проект «Мәҙәни башланғыстар» Президент фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ошо уңайҙан Өфөлә оҫталыҡ дәрестәре үтте, конкурста ҡатнашыусылар менән башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсылары осрашты. Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған проектҡа 70-ләп эш ҡабул ителгән. Шиғри әҫәрҙәр төрлө яҡлы темалар күтәрелеүе менән ҡыҙыҡлы.
Әле үк ҡайһы бер авторҙарҙың ижады именән композиторҙар, продюсер үҙәктәре ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында Благовар районынан Флүрә Әбдрәҡипова яҙған шиғырға композитор Рим Хәсәнов ижад иткән «Өфө кистәре» йырының премьераһы ла тәҡдим ителде.
Азат Ғәлиуллин




