Аралар яҡыная. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре тамамланды. Радий Хәбиров ике яҡ араһындағы социаль-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мөһимлеген билдәләне. Ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек килешеүҙәре һәм меморандумдар төрлө тармаҡтарҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер һәм һөҙөмтә бирер тип көтөлә. Эш сәфәренең йомғаҡтары тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Алишер Навои исемендәге милли китапхана – Үзбәкстандың йөҙөк ҡашы һәм ғорурлығы. Уның фондында 7 миллион ярым тирәһе китап, матбуғат баҫмалары, атластар һәм грампластинкалар иҫәпләнә. Китапханала башҡорт әҙәбиәте менән кәштәләр ҙә ҡуйылған.
Үзбәкстан китапханаһы бөгөн тағы ла бер башҡорт китабы менән тулылалынды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хужаларға Башҡортостан энциклопедияһын бүләк итте. Ул шунда уҡ уҡыусы билетын теркәне һәм ике яҡ өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Алишер Навои исемендәге китапхана 1870 йылда асыла, әммә фондтағы күп ҡомартҡыларҙың тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Сөнки Үзбәкстан кешеләре үткәненә оло ихтирам менән ҡарай һәм ҡәҙерләп һаҡлай. Мәҫәлән, Ташкенттағы Еңеү паркынан туристар ҙа, урындағы халыҡ та өҙөлмәй. Бында экспонаттар менән танышырға ла, үҙеңде зенитсы йәки артиллерист ролендә һынап ҡарарға ла мөмкин. Паркта хәрби авиация темаһына айырым майҙансыҡ бүленгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Ташкент ҡалаһы хакимы Джахангир Артыҡхаджаев Сыҙамлыҡ мемориалына ла сәскә һалды. Монумент һуғышта 5 улын да юғалтҡан әсә Зөлфиә Закирова иҫтәлегенә ҡуйылған. Республика делегацияһы шулай уҡ Дан музейында булды, бында төп павильон Үзбәкстан халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығына арнала. Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар журналында яҙма ла ҡалдырҙы.
Башҡортостан делегацияһы өс көн дауамында Үзбәкстандың сәнәғәт, аграр секторы вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Иҡтисадты, социаль тармаҡты, туризмды үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы. Радий Хәбировтың Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуында ла һүҙ эш сәфәр һөҙәмтәләре, ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында барҙы.
Башҡортостан делегацияһы булғанда Ташкент, Нуҡус, Сәмәрҡәнд ҡалаларында һауа температураһы 30 градус тирәһе эҫе ине. Эш сәфәренең программаһы ла ҡыҙыу булды. Һуңғы көндө Ташкентта, Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан офисы асылды. Ә төбәк ара хеҙмәттәшлек форумында делегация ағзалары Республиканың социаль-иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен сағылдырған презентация менән сығыш яһаны.
Башҡортостан инвестиция климаты буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 5 төбәге исемлегенә инә. 122 дәүләт менән хеҙмәттшлек итеү ҙә республиканың ышаныслы партнер икәнлеген иҫбатлай. Үткән йылда тауар әйләнеше 4 миллиард ярым долларға еткән, сумманың 113 миллионы Үзбәкстан өлөшөнә тура килә. Эш сәфәренән һуң күрһәткес тағы артыр тип көтөлә, сөнки был юлы 200 миллион долларға иҫәпләнгән 19 хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған.
Үзбәкстан – Башҡортостан өсөн эшлекле партнер ғына түгел, күп милләттәштәребеҙ өсөн икенсе тыуған йорт та. Сәфәр һуңында Радий Хәбиров ошо ерлектә төпләнгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Әле Үзбәкстанда республикабыҙҙан сыҡҡан 30 мең тирәһе кеше йәшәй. Йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа үткән осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан үҙенең ул һәм ҡыҙҙарын онотмай, улар телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотмаһын өсөн төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк.
Рәмзиә Кәримова





