Был юлы ярҙам төбәктең төҙөлөш тармағын иҫәпкә алып ойошторолдо. Колонна составында өлөштәргә бүлеп асфальт-бетон заводы, монтажлау краны, электр ҡорамалдары күсерелә.
Автобустарҙа Луганскиға шулай уҡ юл хеҙмәткәрҙәре лә юлланды. Әлеге ваҡытта Донбасс республикаларында Башҡортостандан 40 табип һәм шәфҡәт туташы эшләй.
Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыө өлкәһенән 30 белгес йәлеп ителгән. Ике ай эсендә беҙҙең республика Донбассҡа ете автомобиль колоннаһы һәм бер тимер юлы вагонын оҙатҡайны. Башҡортостандың Донбасҡа күрһәткән дөйөм гуманитар ярҙам күләме 800 тонна тәшкил итә.
Азат Ғәлиуллин







