Урман янғындарының йорттарға күсеүенә юл ҡуйылманы

Янғын һүндереүселәр, урмансылар, коммуналь хеҙмәттәр берлектә эш итеп ағаслыҡта сыҡҡан утты һүндереүгә өлгәште. Электр һәм газ хеҙмәте йорттарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итте. Бөгөн Өфө янында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә берҙәм эш итеү буйынса тактик күнекмәләр уҙҙы. Янғын хәүефе артҡан миҙгел алдынан йыл да уҙғарылған күләмле сара тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Яҡындағы ағаслыҡта төтөн сығыуы тураһында баҡсасылар хәбәр итә. Янғындың йорттарҙан йыраҡ түгеллеге асыҡлана. Бындай осраҡта тиҙ һәм йәшәйеште тәьмин итеүсе барлыҡ хеҙмәттәр менән берҙәм эш итергә кәрәк. Юғиһә баҡсаға күскән утты ауыҙлыҡлауы үтә ауырға тура киләсәк.

Көрәк, балта, һыу һиптергестәр. Урмансыларҙың янғынға ҡаршы төп ҡоралы. Әммә уларһыҙ техника үтә алмаҫлыҡ урманда ут менән көрәшеү мөмкин дә түгел. Янғын һүндереүселәр килгәнсе улар тәүге ярҙам күрһәтә тора. Ул арала ауыр артиллерия еңсәләрҙе тағата.

Һыу ятҡылығы йыраҡ булған урындарҙа янғын һүндереүселәр ике километрға тиклем еңсәләр һуҙа. Бигерәк тә баҡсаларҙа сыҡҡан янғындарҙа был һыуүткәргестәр алыштырғыһыҙ ҡорал. Һәм, ниһәйәт, торбаларҙан һыу йүгерә.

Юғары баҫым аҫтында ялҡын шунда уҡ быҫҡып һүнә. Ҡеүәтле, үҙ йөрөшлө насос станцияһына ҡаршы торорлоҡ түгел. Бындай техника тотош республикаға берәү генә. Уның һыу һурыуынан күл дә һайыҡҡан кеүек тойола. Һәр хәлдә балыҡ тотоусылар был мәлде хайран ҡалып күҙәтте.

Был насос станцияһы еңсәләрҙе лә үҙе менән йөрөтә. Айырым техника кәрәкмәй. Уларҙы тағатыуға ла артыҡ хеҙмәткәр талап ителмәй. Еңсәләр километр ярымға тиклем етә. Һыу ятҡылыҡтары булмаған ерҙә үтә лә һөҙөмтәле техника.

Нәфис Дүсәев, янғын һүндереүсе

Йәмғеһе күнекмәләргә 237 хеҙмәткәр һәм алтмышҡа яҡын махсус техника йәлеп ителде. Сафта ут һүндереү генә түгел, ер һөрөүсе, йөк ташыу, урман ҡырҡыу, юл һалыусылар ҙа бар. Урмандар, йорттарҙың һаҡлы ҡалыуы уларҙың бер йоҙроҡтай эш итә алыуына бәйле.

Күнекмәләр ваҡытында бер генә йорт, ағас та зыян күрмәне. Киреһенсә, янғын һүндереүселәр ялан тулы ятҡан сүп-сарҙы үртәне. Ә бына тәжрибә, төрлө хеҙмәттәр араһындағы коммуникация нығынды ғына.

Фото №1 - Урман янғындарының йорттарға күсеүенә юл ҡуйылманы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ