«Ҡан доноры бул да ғүмерҙе ҡотҡар»

Башҡорт дәүләт университетында бөгөн ошо исем аҫтында акция үтте. Вуз студенттары, уҡытыусылары һәм йәмәғәт вәкилдәре Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан бирҙе. Дөйөм алғанда, станцияла 200 кешенән бөгөн 90 литр ҡан алынған.

Республика ҡан тапшырыу станцияһында бөгөн сират. Ҡан бирергә теләүсе иллегә яҡын студент тәүҙә регистратура аша үтә, һуңынынан лабораторияла ҡанына анализ яһата. Бында уларҙың сәләмәтлеге торошо, ҡанындағы гемоглобин кимәле тикшерелә.

Сирләгән килеш ҡан биреү тыйыла, шулай уҡ процедура алдынан дарыу, алкоголь ҡулланырға ярамай. Донорға 18 йәш тулған булырға тейеш. Ауырлығы илле килограмдан ашмағандарҙан ҡан алмайҙар.

Донор 450 миллилитр ҡанын бирә. Ир егеттәргә ике ай һайын, ҡатын-ҡыҙҙарға өс айға бер тапҡыр ҡан тапшырырға мөмкин. Ҡан плазмаһын йышыраҡ та бирергә була. Ул ғәҙәттә, карантинға һалына, был вирус булған хәлдә унан арынырға ярҙам итә.

Акцияла ҡатнашыусыларға уның әһәмиәте, ҡан тапшырыу тәртибе тураһында лекция уҡылды. Башҡорт дәүләт университетында был акцияны даими уҙғарыу күҙаллана.

Фото №1 - «Ҡан доноры бул да ғүмерҙе ҡотҡар»

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ