Пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа фән һәм алдынғы технологиялар

Колоректаль яман шеште дауалау. Башҡортостан онкохирургтары республика онкология диспансеры майҙансығында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәрестәре менән тулыландырылған халыҡ-ара кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференция хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Онкологияны ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаң, пациентты шул тиклем тиҙерәк был яман сирҙән арындырырға мөмкин, ти белгестәр. Башҡортостан онкологтары былтыр 4 412, ә быйыл 3 868 яман шеш осрағын асыҡлаған. Абруйлы ҡунаҡтар араһында дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен тап ошо өлкәгә бағышлаған, меңәрләгән пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән табип-онколог Рәшит Баҙыҡов та бар.

Фән һәм юғары сәнғәт кимәленә еткерелгән оҫталыҡ дәрестәрен онлайн форматта ҡарап, тәжрибә алыу мөмкинлеге булдырылған. Оҫталыҡ дәрестәре өс операция бүлмәһендә, өс йүнәлештә башҡарылды. Уларҙы табип-ординаторҙар, онкохирургтар онлайн форматта ҡарап, өйрәнә алды.

Операция өҫтәлендә 63 йәшлек пациент. Ҡатындың йыуан эсәгендә яман шеш. Яман шеш менән зарарланған йыуан эсәктең яртыһы уң яҡтан киҫеп алынасаҡ. 20 йыл элек операция асыҡ ысул менән ҙур яралар ярҙамында башҡарылһа, хәҙер өс кенә уйым аша лапороскопик ысул менән үтәлә.

Был залда әмәлиәтте Мәскәү ҡалаһы 62-се онкология дауаханаһының колопроктология бүлеге мөдире Илья Черниковский башҡара. Сирек быуат онкохирург булып эшләүсе белгес, беҙҙең республика онкодиспансерында төрлө кимәлдәге әмәлиәт башҡарыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылыуын билдәләне.

Һеҙҙә әмәлиәтте сифатлы башҡарыу өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, операция бүлмәһе тейешле приборҙар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Операция барышында пациент артыҡ ҙур ауыртыныуҙар кисермәй, ҡатмарлыҡтар булмағанда, ул биш көндән үҙ аяғында өйөнә ҡайтасаҡ.

Илья Черниковский, Мәскәү ҡалаһы 62-се онкология дауаханаһының бүлек мөдире

Өфө онкологтары яман шеш сирҙәрен донъя кимәлендә уңышлы дауалаусылар иҫәбендә. Башҡортостан онкологтарының колоректаль скрининглау, әмәлиәттә ҡулланылған яңы технологиялар, операциянан һуң пациенттарҙы күҙәтеү һәм аяҡҡа баҫтырыу тәжрибәһе бөтә ил һәм донъя кимәлендә таратылды.

Конференцияла ҡатнашҡан Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург һәм Үзбәкстан онкологтары Өфө табиптарының юғары профессионалдар булыуын билдәләне. Халыҡ-ара кимәлдәге конференция эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, онкологияны дауалауҙа ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү мөмкинлеге лә.

Фото №1 - Пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа фән һәм алдынғы технологиялар

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ