Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһендә бер йыл элек эш башлаған хоҡуҡи үҙәк 100-ҙән ашыу ветеранға ярҙам күрһәткән.
Бөгөн юридик һорауҙар менән илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. Ошоно иҫәпкә алып ойошма вәкилдәре «Беҙҙең көс берҙәмлектә» исемле автоколонна менән Дағстан, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар республикаларына юл тотто.
Сараның «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскә һалыуҙан башланыуы осраҡлы түгел. Сөнки, ойошма вәкилдәре үҙҙәре лә хәрби хәрәкәттәр ветераны. Шуға ла улар замандаштарының мәнфәғәттәрен яҡлауға арнап махсус акция ойошторған да инде.
Азат Ғәлиуллин







