Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы менән республиканың Милли архивы тарафынан ойошторолған конкурс Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуына арналған.
Унда «Минең ата-бабаларым – төньяҡ амурҙары» темаһы буйынса 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Еңеүселәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Шәжәрә төҙөү еңел эш түгел, әгәр уны дөрөҫ, теүәл итеп төҙөү төп маҡсат булғанда. Ғафури районы Красноусол ауылы мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Шәймәрҙәнов ағаһының эшен дауам итеп, үҙ нәҫелен өйрәнә. Улай ғына ла түгел, тарихты үҙ иткән үҫмер төнъяҡ амурҙары темаһы менән ҡыҙыҡһынып, асыштар ҙа яһай.
«Минең шәжәрәм» республика фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы бишенсе йыл рәттән ойошторола. Быйылғы ярыш француз илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙең 210 йыллығына арналды. Ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәре тарихта тәрән эҙ ҡалдырған төньяҡ амурҙары тураһында.
«Минең шәжәрәм» конкурсының төп маҡсаты булып үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү генә түгел, ә мәктәп уҡыусылары менән студенттарҙы ғаилә, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә, уларҙы фәнни эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тора.
Ижади конкурс 8-11 синыф уҡыусылары һәм студенттар араһында үтте. 136 ғилми эш дүрт йүнәлеш буйынса баһаланды. Ҡатнашыусылар республика райондарынан ғына түгел, Һамар өлкәләһенән дә бар. Шулай уҡ шәжәрә өйрәнеүселәр Өфө һәм Стәрлетамаҡ вуздарында ла уҡый.
«Минең шәжәрәм» конкурсын йомғаҡлар алдынан еңеүселәр ғилми хеҙмәттәре меннә таныштырҙы. Сара концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы. Ойоштороусылар, конкурсанттар артабан да эҙләнеү эшен дауам итер, тигән ниәттә.
Әлфинә Килдейәрова







