Республиканың көньяҡ райондарында йәнә ҡыш

Бөгөн социаль селтәрҙәр Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Белорет райондарында йәшәүселәрҙең видеояҙмалары менән тулды. Халыҡ май аҙағында яуған ҡарға аптырай.

Йәшерәктәр тәбиғәттең аҡылдан шашыуы тип ҡабыл итһә, оло йәштәгеләр элегерәк бындай күренеш йыш була ине , тип иҫкә ала. Күптәр хатта йәй алдынан буранлап ҡар яуыуын көнөнә тиклем хәтерләй. Көтмәгәндә ҡар яуыуы водителдәр өсөн мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Бигерәк тә таулы Белорет районындағы юлдарҙан йөрөү ҡатмарлашҡан.

Ауыл халҡы иһә үҫентеләр өсөн ҡайғыра. Яңы ғына сәскә утҡан ағас, ҡыуаҡтар емеш бирмәүе ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр бындай осраҡта үҙ тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.

Кемдәр йәшелсә-емеш сәсергә ҡабаланмаған, бер ни тиклем отто. Әммә һалҡындар сигенеүен көтөп сәсеү мәленең һуңға ҡалыуы ла ихтимал, тип борсолала бәғзеләр.

Синоптиктар фаразы буйынса май аҙағына тиклем ямғырлы торасаҡ. Термометр бағанаһы ла артыҡ юғарыға күтәрелмәй. Халыҡ һынамыштарына иғтибар итһәң майҙың һалҡын килеүе файҙаға ғына. Ышаныуҙарға ярашлы, йәй уңдырышлы киләсәк.

Фото №1 - Республиканың көньяҡ райондарында йәнә ҡыш

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ