Ҡыҙыл армия һәм Вермахт араһындағы ҡыҙыу бәрелештәр бөгөн Бөрө ҡалаһы эргәһендәге «Ваҡыт ағымы» фестивалендә лә тергеҙелде. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы башланғысы менән етенсе тапҡыр ойошторолған сарала илдең төрлө төбәктәренән хәрби-патриотик клубтар ҡатнашты.
Быйыл фестиваль Петр Беренсенең 350 йыллығына, Бөрө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 355 йыл тулыуға һәм Сталинград һуғышының 80 йыллығына арнала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булды.
Боронғо йырҙар, музыка ҡоралдары, музейҙарға ғына күргән көнкүреш әйберҙәре. Был майҙан славяндарҙың 17 быуаттағы тормошон сағылдыра. Бар ҡаласыҡ шул осорға тура килтереп эшләнгән, ял итеү өсөн ҡыуыштар ҡоролған, усаҡта ҡаҙан аҫылған. Иң ҡыҙыҡлы экспонат иһә – пушкалар. Майҙанда уларҙы ҡарарға ғына түгел, яу яланында нисек ҡулланылғандарын да күрергә мөмкин.
Ә был тирмәлә иһә башҡорттарҙың боронғо тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға була. Бар экспозициялар сынбарлыҡҡа тап килә, хужалар үҙҙәре лә милли кейемдә.
«Ваҡыт ағымы» фестивале Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы башланғысы менән 2015 йылдан уҙғарыла башлай. Тарихи ваҡиғаларҙы тергеҙеү тәҡдимен уҡыу йортоноң студенттары күтәреп сыға. Бөрө филиалы йыл һайын был сараны ойоштороуға күп көс һала, быйыл да майҙандағы окоптар, землянкалар, блиндажар тап йәштәр көсө менән эшләнгән.
Бөрө филиалы боронғо эш ҡоралдарын күрһәткән майҙан да әҙерләгән. Бында тимерселәрҙең эш үҙенсәлектәре менән дә, ағас һырлау нескәлектәре менән дә танышырға була. Мәҫәлән, Артем Вәлиев көнкүрештә киң ҡулланылған станок менән таныштыра, унда семәрләп йорт йыһаздары эшләргә мөмкин.
Быйылғы фестивалдең төп ваҡиғаһы – Сталинград һуғышы эпизодтарын тергеҙеү. Ул Ҡыҙыл армия һәм Вермахт араһындағы иң мөһим һәм һынылышлы бәрелештәрҙең береһе. Сталинград өсөн һуғыш иң күп юғалытыуҙарға килтергән аяуһыҙ һәм ҡанлы алыш булып тарихҡа ингән.
Бөрө майҙанындағы бәрелеш тә 80 йыл элек Сталинград янындағы һымаҡ еңеү менән тамамланды. Был тарихтан барыбыҙға ла яҡшы билдәле. Фестивалдең бурысы иһә башҡа, үҫеп килгән быуын ошо тарихи ваҡиғаларҙы белеп, күреп үҫергә тейеш.
Ете йыл элек башланған «Ваҡыт ағымы» фестивален хәҙер Бөрө ҡалаһының бренды, төбәкте танытыусы сара тип әйтергә мөмкин. Был фестиваль тәү сиратта йәш быуын өсөн кәрәк, сөнки майҙанда быуаттар тоташа, бар тарихи үткәнебеҙ, халҡыбыҙҙың яу яландарындағы ҡаһарманлығы тергеҙелеп күҙ алдына баҫа.
Рәмзиә Кәримова







