Башҡортостан башлығы Торатауҙа һабантуй ойоштороуҙы тыйҙы

Радий Хәбиров был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә һүҙ шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре, сығарылыш уҡыусыларының дәүләт имтихандарын ойоштороу, туризмды үҫтереү хаҡында барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

«Торатау шиханы – республиканың иң хозур урындарының береһе. Тауҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән тереклек байтаҡ. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, күләмле саралар ойоштороу Торатауҙағы һирәк үҫемлектәргә зыян килтерә. Кешеләр уларҙы тапай, юҡҡа сығара. Тауҙы сапсандар ҙа төйәк иткән, был ҡоштарға ла шау-шыулы саралар кире тәьҫир итә. Мин ял көндәрендә Ишембай районында булып ерле халыҡ менән аралаштым, ғалимдар менән дә фекер алыштым, беҙ Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Торатауҙы һаҡларға тейешбеҙ, күләмле саралар өсөн икенсе майҙан эҙләргә кәрәк», – тине Радий Фәрит улы.

Республика хужалыҡтарында ла әле ҡыҙыу миҙгел – яҙғы баҫыу эштәре бара, сәсеү майҙандарҙың 72 процентында тамамланған. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр эште бер аҙ тотҡарлаған, шулай ҙа белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтан һуң ерҙең дымға туйыныуы мөһимерәк. Үткән аҙнала көньяҡ зонала ҡар ҙа төшкән, әммә ауыл хужалығы культуралары зыян күрмәгән.

Мәғариф учреждениеларында ла яуаплы осор, 9-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары дәүләт имтихандарын тапшыра. Быйыл һынауҙы 60 меңгә яҡын бала бирә. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, коронавирус пандемияһы менән бәйле һуңғы йылдарҙа имтихандарҙы тапшырыу тәртибе үҙгәргәйне, быйыл барыһы ла ғәҙәти режимда үтә.

Оператив кәңәшмәлә Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров был төбәк менән туризм бәйләнештәрен нығытыу бурысын ҡуйҙы. Үзбәкстан ҡалаларына Өфөнән самолеттар оса, туристик машруттар әҙерләү мотлаҡ, тине Радий Фәрит улы.

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Оператив кәңәшмәлә, муниципаль берәмек етәкселәренә вакцинацияға иғтибарҙы арттырырға ҡушылды. Радий Хәбиров үҙе лә ревакцинация үтергә ниәтләүен белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Торатауҙа һабантуй ойоштороуҙы тыйҙы

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ