Ул йыл һайын 26 майҙа Рәсәйҙә билдәләнгән эшҡыуарлыҡ көнө сиктәрендә үтә.
Быйыл төп иғтибар - йүнселдәрҙе санкция шарттарында дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе. Бының өсөн бөгөн ике ҡатлы автобуста студенттарға бизнес экскурсия ойошторолдо. Йәштәр алдында бизнесҡа булышлыҡ итеү, уны үҫтереү учреждениелары вәкилдәре сығыш яһаны.
«Эшҡыуарлыҡ аҙналығы»ның төп сараһы «Киләсәк фабрикаһы» инновация эшмәкәрлек йортонда үтә. Осрашыуға эшҡыуарҙар, яңы ғына эш башлаған йүнселдәр, үҙмәшғүл булараҡ теркәлгәндәр саҡырылған. Бынан тыш, тематик саралар быйыл тәүге тапҡыр республиканың башҡа төбәктәрендә лә ойошторола.
Илдар Байбулатов




