Республика район-ҡалаларынан 5 меңдән ашыу егет армияла хеҙмәт итергә юлланды. Бер йыл хеҙмәт итәсәк егеттәр Украиналағы махсус операцияға йәлеп ителмәйәсәк. Хәрби операцияла контракт нигеҙендә хеҙмәт иткән һалдаттар ғына ҡатнаша. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ашханалағы йылы аш һалдаттар өсөн ҡаралған махсус рацион буйынса әҙерләнгән. Оҙайлы юлға сығыусы егеттәрҙең тамағы туҡ, кәйефе яҡшы булырға тейеш. Хәрби саҡырылыш пунктында һалдаттарҙы армияға оҙатыу өсөн уңайлыҡтар ҡаралған. Егеттәр бер йылға хәрби хеҙмәткә оҙатыла.
Республика райондарынан йыйылған егеттәрҙе хәрби частаргә оҙатыу алдынан медицина тикшереүе ойошторола. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн экспресс-тест үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре 15 минут эсендә билдәле була. Әлегә егеттәр араһында инфекция табылған осраҡтар теркәлмәгән.
Республикала хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 проценты 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәр өлөшөнә тура килә. Белгестәр уларҙың физик мөмкинлектәрен, дисциплина үтәүгә әҙерлеген баһаланы.
Рәсәй оборона министрлығы етәкселеге хәбәр итеүенсә, хеҙмәткә алыныусылар Украиналағы махсус операцияға ебәрелмәй. Хәрби операцияла тик махсус белемле, контракт нигеҙендә хеҙмәт иткән хәрбиҙәр генә ҡатнаша.
Флорида Ким







