Был сара Брайен Холден исемендәге Австралия күҙ институты тәҡдиме менән үткәрелә. Башҡортостан офтальмологтары ла уға әүҙем ҡушылды. Өфө күҙ ауырыуҙарын фәнни-тикшеренеү институтында балалар һәм өлкәндәр ҡатнашлығында үткән сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Май ҡояшы сағыу нурҙары менән артыҡ иркәләмәһә лә сарала ҡатнашыусылар «Ҡояш беҙҙе ярата» тигән девизды һайлаған. Сөнки саф һауалағы хәрәкәт уйындары күҙҙәрҙе ял иттерергә, ә физик күнегеүҙәр организмды яҡшы формала тоторға ярҙам итә. Мең метрға йүгереүсе балалар өс йәш төркөмөндә ярышты.
Сараны ойоштороусылар ял көнөндә лә күрәшлек хаҡында күберәк мәғлүмәт алырға, тикшеренеүҙәр үтергә теләк белдергән ата-әсәләр һәм балаларҙың әүҙемлеген билдәп үтте.
Тәгәрмәс өҫтөндә урынлашҡан күсмә офтольмология үҙәгендә йүгерәктәр күҙҙәренә ентекле тикшеренеүҙәр үткәрә алды. Балаларҙа күрәшлек диагнозы 5 алып 15 йәшкә тиклем көсәйеүе ихтимал,тип билдәләй табибтар. Сирҙе генетикаға бәйләргә мөмкин. Әммә аҙ хәрәкәтләнеү, оҙаҡ китап уҡып, электрон ҡорамалдарҙа эшләү, күҙҙәргә артыҡ көсөргәнеш бирә, күрәшлеккә килтерә.
2020 йылда был сир Ер шарындағы 2,6 миллиард кешелә асыҡланған, ә 2050 йылға иһә был һан 5 миллардҡа етеүе ихтимал. Күрәшлеккә ҡаршы профилактик саралар, лекциялар һөҙөмтәле булыр, тип күҙаллана. Спорт һәм танып-белеүгә үрелеп барған ял фәһемле, сәләмәтлек өсөн файҙалы,тигән фекерҙә унда ҡатнашыусылар.
Марафонда ҡатнашыусыларға сараны ойоштороусылар сәләмәтлек өсөн файҙалы бүләктәр ҙә әҙерләгән. Йүгереүҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәргә спорт йыһаҙдары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тапшырылды.
Гүзәл Борханова







