«Забег РФ» Камчатканан алып Калининиградҡа тиклем Рәсәйҙең 85 ҡалаһында йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Бер үк ваҡытта стартҡа 120 меңдән ашыу кеше сыҡты. Өфөлө генә төрлө дистанцияларҙа үҙ көсөн 2200 кеше һанап ҡараны. Улар араһында тәжрибәле марафонсылар ҙа һәм марафонда тәүгә ҡатнашыусылар ҙа бар ине.
1,5,10,21 километрға дүрт уҙыш үткәрелде. Уларҙың бөтәһендә лә пейсмейкерҙар-профессиональ спортсылар йүгерҙе. Тап улар ярыммарафонға тейешле темп биреп, ҡалған ҡатнашыусыларға көстәрен дөрөҫ бүлергә булышлыҡ итте.
Ир-егеттәр араһында финишҡа беренсе булып тау йүгереүе буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаған Андрей Сафронов килде. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан ике тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Елена Паутова еңеүсе булды.
Гүзәл Борханова




