Яҡташтабырыҙ «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был туралағы Указы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған. Документҡа ярашлы, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән Башҡорт дәүләт медицина университетының Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге белгесе Юрий Кийко бүләкләнде.

Фән үҫешенә тос өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты лабораторияһы хеҙмәткәре, тупраҡ өйрәнеүсе, агроэкология һәм химия, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнғәт Хәзиев II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден-миҙалына лайыҡ булды.

Фото №1 - Яҡташтабырыҙ «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» дәүләт наградаһына лайыҡ булды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ