Йәрмәкәй районында Тивлет» сыуаш милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы

Сыуаш телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатын ҡуйған сара Йәрмәкәй районы Түбәнге Оло йылға ауылында ойошторолдо.

Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған байрам ошо ауылда тыуып-үҫкән йәш ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Татьяна Ванюшинаның яҡты иҫтәлегенә арналды. Ауылдаштарҙы, яҡташтарҙы, ут күршеләре Бәләбәй, Бишбүләк райондары һәләттәрен берләштергән байрамға халыҡ ныҡлы әҙерләгән, йорт-ихаталарын, урамдарҙы тәртипкә килтергән, уңған хужабикәләр милли ризыҡтар бешергән. Сыуаш халҡының милли йыр-бейеүҙәренә үрелеп барған сараның бағыусыһы – Татьянаның әсәһе Лидия Ванюшина.

Фестиваль ҡунаҡтарын Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Тәнзилә Үлмәҫбаева тәбрикләне. Сыуаш милли мәҙәниәте фестивален «Илем» халыҡ коллективы сығыштары ла байытты.

Конкурсанттар иһә биш номинацияла: Фольклор, эстрада йырҙары, хореография, йола, шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләүҙә ярышты. Фестиваль сыуаш мәҙәнитәен һәм сәнғәтен үҙ иткән олоһон-кесеһен берләштерҙе.

Фото №1 - Йәрмәкәй районында Тивлет» сыуаш милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ