Красный Луч ҡалаһында бөгөн асфальт-бетон заводын ҡороу эштәре башланды

8-се гуманитар конвой менән утлы төбәккә оҙатылған ҡоролмалар тәғәйен урынға барып етте. Хеҙмәт вахтаһы составында бер төркөм эшселәр, атап әйткәндә, табиптар юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бригадалары Красный Луч составында эшләй.

Аҡ халатлылар диспансер тикшереү уҙғара. Юлсылар ҡала урамдарындағы соҡорҙарҙы ямай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һыу селтәре һәм коммуналь инфраструктураны төҙөкләндерә. Улар шулай уҡ Петровское ҡалаһында балалар уйын майҙансығы төҙөлөшөн дә алып бара.

Асфальт-бетон заводын эшкә көйләү менән 2014 йылдан ремонт күрмәгән Луганск халыҡ республикаһы юлдарын төҙөкләндереү эштәре башланырға тейеш.

Фото №1 - Красный Луч ҡалаһында бөгөн асфальт-бетон заводын ҡороу эштәре башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ