Йүнселдәрҙе санкция шарттарында ҡаралған дәүләт ярҙамы менән таныштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Шулай уҡ йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү төп маҡсаттарҙың береһе. Өфөлә ике ҡатлы автобуста студенттар өсөн бизнес экскурсия ойошторолдо. Йәштәр алдында бизнесҡа булышлыҡ итеү, уны үҫтереү менән шөғөлләнгән белгестәр сығыш яһаны. Нефтекама ҡалаһының “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Руслан Баянов.
"Эшҡыуарлыҡ аҙналығы"ның төп сараһы "Киләсәк фабрикаһы" инновация эшмәкәрлеге йортонда үтә. Осрашыуға эшҡыуарҙар, яңы ғына эш башлаған йүнселдәр, үҙмәшғүл булараҡ теркәлгәндәр саҡырылған. Быйыл тәүге тапҡыр тематик саралар республиканың башҡа райондарында ла ойошторола. Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы кәңәшсеһе Илгизәр Саньяров.
26 майҙа Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнә.







