Башҡортостан егеттәре илдең Ҡораллы көстәрен тулыландырҙы

Республика район һәм ҡалаларынан 5 мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә юлланды. Частәргә оҙатыр алдынан коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн экспресс-тест үткәрелә. Әлегә инфекция теркәлмәгән. Юламан Ғәҙелшин һәм Фидан Аллаяров:

Башҡортостан егеттәре илдең Ҡораллы көстәрен тулыландырҙы

Республикала хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың күбеһе 20 һәм унан өлкәнерәктәр. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, буласаҡ һалдаттар физик яҡтан ныҡ, күңелдәре көр.

Башҡортостан егеттәре илдең Ҡораллы көстәрен тулыландырҙы

Рәсәй Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, армияға мотлаҡ саҡырылыш буйынса алынған егеттәр Украиналағы махсус операцияға ебәрелмәй. Унда контракт нигеҙендә хеҙмәт иткән, махсус белемле һалдаттар генә ҡатнаша.

Фото №1 - Башҡортостан егеттәре илдең Ҡораллы көстәрен тулыландырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ