Радий Хәбиров Рәсәй ишеү слаломы федерацияһы конференцияһында ҡатнашты

Унда 2021 йылғы спорт миҙгеленә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. «Башҡортостанда ишеү слаломы комплексы төҙөлә. Киләһе йыл аҙағына уның беренсе сиратын файҙаланыуға тапшырабыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Ишеү слаломы федерацияһының попечителдәр советы рәйесе, Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров яңы спорт календары булдырылыуы, спортсылар, шул иҫәптән ишкәкселәр өсөн төрлө ярыштар ойошторолоуы тураһында белдерҙе.

Ил төбәктәрендә ишеү каналдары төҙөү беҙҙең спортсылар алдында яңы мөмкинлектәр аса, тине ул. Башҡортостан башлығы Сергей Лавровҡа фоторәсем бүләк итте. Унда буласаҡ министрҙың Ағиҙел йылғаһынан йөҙөп барыуы һүрәтләнгән.

Фото №1 - Радий Хәбиров Рәсәй ишеү слаломы федерацияһы конференцияһында ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ