Бөгөн ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт университетында йүнселлек буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сарала тәжрибәле белгестәр бизнес проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу серҙәре менән уртаҡлашты. Йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ һәләтен асыу, иҡтисади уңышҡа ирешеү маҡсатында ойошторолған осрашыуҙа практик белем биреү ҡаралған.
Студенттар араһында стартаптар менән сығыш яһаусылар байтаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар интернет аша сауҙа итеү, дизайн, матурлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары менән ҡыҙыҡһынды.
Флорида Ким




