Бөгөн славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Ул «Башҡортостандың Рус донъяһы тәҡдим итә...» халыҡ-ара әҙәби- театраль фестивале сиктәрендәге сараларҙың береһе. Йыйылышта Ҡырым республикаһынан делегация ла ҡатнашты. Республика төбәктәре менән онлайн бәйләнеш булдырылды.

18-19 быуатта башҡорт тарихын, этнографияһын сағылдырған рус яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә, рус телен үҫтереүгә өлөш индергән башҡорт яҙыусыларының хеҙмәттәренә анализ бирелде.  

Фестиваль тематикаһы буйынса ҡырҡҡа яҡын сара ҡаралған, улар бер-нисә ай дауам итә. Башҡортостандан тыш  сентябрҙә Ҡырым республикаһының Белогорск районында ойошторола.

Фото №1 - Бөгөн славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ