Таулыҡай ауылында репрессия ҡорбандарына стела асылды. Сараға ауыл халҡы, репрессия ҡорбандарының туғандары, яҡындары йыйылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала
Хәтер китаптары,таҡтаташ,сквер асылыуы... Был эштәр илебеҙ тарихында булып үткән ваҡиғаларҙы, унда ҡатнашҡан геройҙар исемен мәңгеләштереү маҡсатында башҡарыла. Тарихта аяныслы хәл ваҡиғалар аҙ булмаған.
Шуларҙың береһе – репрессиялау. «Ғәйепһеҙгә кәмһетелгән әсе яҙмыштар» исеме аҫтында асылған стелла сәйәси золом ҡорбандарына арналған. Илебеҙҙән 600 млн дан ашыу, Башҡортостандан 60 мең, Таулыҡайҙан 100 тирәһе кеше репрессия ҡорбаны була. Сараға, исемдәре ташҡа баҫылғандарҙың туғандары, яҡындары йыйылды.
Аяуһыҙ репрессияға партия, совет, хужалыҡ етәкселәре, бер ғәйепһеҙ ябай хеҙмәтсәндәр эләгеп, сит тарафтарға оҙатылған. Яңы ғына ҡулына сабыйын алғандар ҙа ғаиләләре менән һөргөнгә оҙатылған. Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр...Ялған яла яғыуҙар... «Халыҡ дошманы «исемен тағыуҙар... Ауыр йылдар хәтирәләрен һөйләүселәр күҙ йәштәрен тыя алманы...
Сарала ауылдың имам хатибы Ҡәнзәфәр Һағынбаев репрессия ҡорбандары рухына аят бағышланы. Ошо изге эште тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүселәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Тарихи яҡтан эҙләнеүҙәр, асыҡлауҙар... Рауил Салихов етәкселегендәге инициатив төркөм изге эште атҡарып сығыу өсөн ҙур көс һала. Әйткәндәй, репрессия ҡорбандарына стелланы таулыҡайҙар районда тәүгеләрҙән булып асты. Бынан тыш сәйәси золом ҡорбандары булған ауылдаштар рухына бағышлап ҡорбан салынды.
Һөргөнгә оҙатылғандарҙың күбеһе ҡайтмай, бары тик 50-се йылдар уртаһында иҫән ҡалған, ләкин һаулыҡтары бик ныҡ ҡаҡшағандар тыуған төйәктәренә килеп йығыла. Ошо осорҙа төрлө ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған, әсе яҙмыш һынауына дусар ителгән Таулыҡай ауылының репрессия ҡорбандары исеме мәңгеләштерелде.
Альбина Баййегетова







