Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге уникаль проект башлап ебәрҙе. Улар яңғыҙ тороп ҡалған оло йәштәгеләргә ҡыуаныс, күңел йылыһы һәм иғтибар , ә етем балаларға өлкәндәр менән аралышыу мөмкинлеге бирә.
Тәүге ошондай осрашыу республиканың «Именлек» геронтология үҙәгендә ойошторолдо. Ҡарттар йортона ҡунаҡҡа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре килде.
Геронтология үҙәгенә артистар йыш килә, әммә был тамаша башҡа береһенә лә оҡшамаған. Оло йәштәгеләр алдында балалар сығыш яһай. Ике быуын, әммә уларҙы яҙмыш уртаҡлығы берләштерә. Өлкәндәр ҙә, сәхнәләге балалар ҙа тормошта яңғыҙ, туғанлыҡ йылыһынан мәхрүм ҡалғандар. Шуға күрә сығыштар ҙа, тамашасы кисерештәре лә ихласлығы менән айырыла.
Ҡыуаныс нуры яңғыҙлыҡты профилактикалауға йүнәлтелгән проект. Өлкәндәр киләсәк быуын вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашһа, балалар ыңғай энергия, яҡшы кәйеф, өмөт өләшә. Бер өҫтәлдә ултырып сәй эсеү ҙә ҙур мәғәнәгә эйә, ти ойоштороусылар. Өлкәндәр, мәҫәлән, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бер ваҡытта ла күрмәгән бүләк - үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡбаштар таратты.
Айнур Кәбиров







