Быйыл Башҡортостанда 17 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы урта белем тураһында аттестат ала. Республика юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы 13 мең ярым бюджет урынына уҡырға ҡабул итергә әҙер. Алдағы йылдарҙа түләүһеҙ урындарҙы тағы арттырыу көтөлә. Бөгөн 11-се класс уҡыусылары өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы ойошторолдо. Өфөлә 5 меңдән ашыу уҡыусы "Торатау" конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа йыйылды. Байрамда ҡатнашыусылар менән хәбәрсебеҙ Нурзилә Усманова аралашты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙе "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы менән ҡотланы. - Быйыл 16 мең 798 бала мәктәпте тамамлай. Барыһына ла имтихандарҙы уңышлы һәм ышаныслы тапшырыуҙарын теләйем. Бөтә хыялдар тормошҡа ашһын, - тип яҙа Радий Хәбиров.







