Бөтә Рәсәй ғилми- ғәмәли конференцияһы Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арнала. Сара барышында 16-сы гимназияла легендар ҡотопсо исемендәге география кабинетын асыу тантанаһы була. Валериан Альбанов Өфөлә тыуған. Сәйәхәтсе һәм ғалим 20-се быуат башында Арктиканы өйрәнә.







