Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусыларға вальсты ямғырҙа бейергә тура килде. Республикаға кадрҙар әҙерләүсе белем усағында һуңғы ҡыңғырау байрамы уҙҙы. Өфөнөң бар сығарылыш уҡыусылары өсөн тантаналы байрам «Торатау» конгресс-холы эргәһендәге майҙанда ойошторолдо. Һуңғы ҡыңғырау сыңын БЮТ каналының ижади төркөмө лә тыңланы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында һуңғы ҡыңғырау 147 уҡыусы өсөн сыңланы. Уны яңғыратыу бурысы гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғыларына йөкмәтелгән. Бындай бәхет Бөрйәндән килеп белем алған Ридаль менән Динараға эләккән.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов уҡыусыларға аҡ юл теләп, һәр ваҡыт беренсе булыуҙарын иҫтә тоторға ҡушты. Әйткәндәй, ул үҙе лә тап ошо гимназияны тамамлаған.
Иртә таңдан ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, байрам тантанаһы гимназия алдындағы майҙанда үтте. Сөнки белем усағын алты параллель класс тамамлай, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән бергә улар бер залға һыймай.
Мәктәп вальсын өйөрөлөргә төшкәс кенә ямғыр ҡойоп яуа башланы. Әммә бейеүселәр бер тапҡыр ҙа яңылышмай, нисек өйрәнгән, шулай дөрөҫ итеп башҡарып сыҡты. Уларҙы бейергә Рәйес Низаметдинов өйрәткән. Ә йырҙы Алһыу Бәхтиева йырланы.
11-селәр киләсәктә нефтсе, табип, педагог һәм башҡа һөнәр эйәләре булырға әҙерләнә. Гимназияла профилле йүнәлештә уҡытыу электән килә, һуңғы йылдарҙа иһә вуздар менән хеҙмәттәшлек тағы ла нығынған.
Төшкә ҡарай иртәнән бирле ҡойған ямғыр туҡтаны. Өфө мәктәптәрен тамамлаусылар «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанға ашыҡты. Быйыл беренсе тапҡыр унда баш ҡала сығарылыш кластары өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы ойошторолдо. Быйыл Өфөлә 4853 уҡыусы мәктәпте тамамлай, республикала был һан 17 меңгә яҡын.
Байрамда ҡаланың һәр районынан ун беренселәр сығыш яһаны, улар өсөн иң иҫтәлеклеһе, әлбиттә, мәктәп вальсы. Уны 450 бала бергә бейене.
Байрамда йәштәр заманса дәртле көйҙәргә лә бейене. Ә иртәгә уларҙы етди һынау көтә, химия, география һәм әҙәбиәттән Берҙәм дәүләт имтихандары....
Рәмилә Исмәғилева




