Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ла һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте

Белем усағын быйыл 44 уҡыусы тамамланы. Киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуйған егет-ҡыҙҙарға уҡытыусылар коллективы ла ҙур өмөттәр бағлай.

Алда сығарылыш синыфы уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Артабан һөнәр һайлау. 11-сене тамамлаусы Батырхан үҙен киләсәктә табип итеп күрә. Бөгөн ул тиҫтерҙәре менән бергә 11 йыл буйы белем биргән уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.     

Фото №1 - Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ла һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ