Өлөшсөләргә ҡарата ҙур күләмдә мутлашыу эҙемтәһе

Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһы һәм Баландин урамындағы проблемалы объекттар өсөн яуаплы булған төҙөлөш компанияһы етәксеһе һәм торлаҡ-төҙөлөш кооперативы рәйесенә хөкөм ҡарары сығарылды. Ғәйепләнеүселәр ун һәм ун ике йылға иркенән мәхрүм ителде. Суд ултырышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Башстройкомплект» компанияһы һәм «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы тарафынан 2011 йылдың сентябренән 2018 йылдың авгусына тиклем 185 физик һәм юридик шәхес менән инвестициялау һәм пай туплау буйынса килешеүҙәр төҙөлгән булған. Уларға ярашлы Өфөнөң Киров һәм Калинин райондарында күп фатирлы йорттар төҙөлөргә тейеш була. Әммә бер объект та сафҡа индерелмәй. Һөҙөмтәлә алданған өлөшсөләр проблемаһы барлыҡҡа килә.

«Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһындағы был участкала төҙөлөш эштәре күптән алып барылмай. Ҡойма артында ҡый үләне генә үҫә. Ҡыҙыл кирбестән һалына башлаған йорттарҙан тыш, биләмәлә ҡыйығы ҡапланған, фасады биҙәлгән объекттар ҙа бар. Әммә һуңғылары ла инженер коммуникациялар үткәрелмәгәнгә күрә, файҙаланыуға тапшырылмаған. Өлөшсөләр өй туйлау урынына оҙаҡ ваҡыт тәфтиш комитеты, прокуратура тупһаһын тапарға мәжбүр. Һигеҙ йыл элек ике бүлмәле фатир һатып алған Мәзидә Сафина ла зыян күреүселәр исемлегендә.

Тәфтиш эштәре барышында бөлгөнлөккә төшкән төҙөлөш компанияһы һәм торлаҡ кооперативы етәкселегенең ҙур күләмдә мутлашыуы асыҡланды. Өлөшсөләргә, дөйөм алғанда, 355 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Былтыр октябрҙән енәйәт эше буйынса оҙайлы суд процессы башлана. 25 май зыян күреүселәр хәтерендә айырыуса һаҡланыр, күрәһең. Судья тарафынан ғәйепләнеүселәргә тәғәйенләнгән суд ҡарары өс сәғәттән ашыу уҡылды. Икеһе лә Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса иркенән мәхрүм ителде. Залда уҡ ҡулға алындылар.

Ғәйепләнеүселәр суд ҡарары буйынса аппеляцияға биреүе ихтимал. Шулай ҙа алданған өлөшсөләр яза үҙ көсөндә ҡалыр тип ышана. Хәҙер «Башҡортостан сәскәләре»ндәге  проблемалы объекттарға һалынған арест та ниһайәт алынды. Был  биләмәгә киләсәк яңы төҙөлөш компанияһына эштәрҙе яңыртыу мөмкинлеге бирә. 

«Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында туҡтатылған төҙөлөш Рәсәй тәфтиш комитеты күҙәтеүе аҫтында. Проблемалы объекттарҙың юл картаһы буйынса биләмәләге эш яҡын арала тергеҙелеп, 2023 йыл аҙағына тамамланыр тип көтөлә. Баландин урамындағы алданған өлөшсөләр  мәсьәләһе лә хәл ителә.

Фото №1 - Өлөшсөләргә ҡарата ҙур күләмдә мутлашыу эҙемтәһе

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ