Малай нерв-психик һәм аҡыл үҫешендә тотҡарлыҡ менән яфалана. Һуңғы реабилитация курсы ыңғай үҙгәрештәр биргән. Әммә мәктәпкә барыр алдынан тағы ла бер нисә дауаланыу курсы үтергә кәрәк. Балаға теләге булған һәр кем ярҙам итә ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Артурҙың бәләкәй генә ҡаҙанышы ла –әсәһе өсөн оло ҡыуаныс. Өйҙәге бәүелсәктә бәүелеү уның хәрәкәттәр координацияһын яҡшырта. Был Һамар ҡалаһындағы инклюзив үҙәктәге дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеүҙән һуң мөмкин булған.
Баланың тиҫтерҙәренән айырыласағын ата-әсәһе тиҙ генә аңлап етмәй. Артур етлекмәй тыуа. Ҡарында саҡта уҡ үлер хәлгә етә. Тыуыр алдынан уға кислород етмәй. Сабый операция ярҙамында донъяға килә.
Ниғмәтуллиндар күп төрлө реабилитация курстары үтеп ҡарай. Дельфиндар менән дауалау һәм интенсив курс яҡшы һөҙөмтә бирә. Юл һәм медицина хеҙмәттәре сығымдарын ғаилә үҙ аллы түләргә тырышып, бурысҡа бата. Ситтән ярҙам һорағас, хәйриә фонды кәрәкле сумманың бер өлөшөн бүлә. Әммә ул ғына ла етмәй.
Артурҙың әсәһе социаль селтәрҙәрҙә махсус иҫәп асҡан. Әсә кәрәкле сумманы йыйырға өмөтләнә. Икенсе йылға Артурға 7 йәш тула. Ул мәктәпкә, әлбиттә, коррекция класына барасаҡ, тик был теләкте тормошҡа ашырыу беҙҙең ярҙамдан тора.
Рәзилә Ғиниәтуллина




