Радий Хәбиров Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

Ул социаль сәйәсәтте камиллаштырыу мәсьәләһенә арналған. Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.

Дәүләт советында пенсиялар һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялау тәҡдиме яңғыраны. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков белдереүенсә, ғәмәлдәге социаль-иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып түләүҙәр июндән үк арттырылырға тейеш. Йәғни, пенсия уртаса 1760 һумға арта, Рәсәйҙә уның уртаса күләме 19 мең 360 һумға еткерелә. Йәшәү минимумын индексациялау, хеҙмәт хаҡын иҫәпләүгә лә йоғонто яһай.

Тимәк, 3 июндән илдә эш хаҡы күрһәткестәре лә күтәрелергә тейеш тигән, һығымта яһаны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. Дәүләт советы ултырышында шулай уҡ демография күрһәткестәрен яҡшыртыу, ишле ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, әсәлек, балалыҡ һәм аталыҡты яҡлау юлдары, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Фото №1 - Радий Хәбиров Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ