Башҡортостан парламенты депутаттары бөгөн ошо норманы ғәмәлдән сығарыу тураһында закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.
Быйыл ғинуар-март айҙарында Башҡортостан судтары битлек тәртибен үтәмәүгә бәйле 9 меңдән ашыу эш ҡараған. 1 меңдән ашыу кешегә, шәхси эшҡыуарҙарға һәм вазифалы кешеләргә 7 миллион һум тирәһе штраф һалынған. 7 мең самаһы хоҡуҡ боҙоусыға киҫәтеү яһалған.







