“Ауылға газ торбалары һуҙылған икән, һәр йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылырға тейеш. Бының өсөн халыҡ ғаризаларҙы әүҙемерәк тапшырһын ине”, - ти “ГазпромТрансГаз Өфө” йәмғиәте вәкиле Даян Теүәлбаев.
Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе бара. Унда Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән рәсми делегациялар ҡатнаша. Халыҡ-ара сара аҙна аҙағында тамамлана.







