Ул мәғариф министры, ғалим-педагогтың исемен йөрөткән гимназия уҡыусыларына, педагогтарға бирелә. Шулай уҡ белем усағы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр премияға лайыҡ була. Тәүге лауреаттар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Мәҡсүтова бар. “Ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм”, ти ул.
“Киске Өфө ” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның ике ҡыҙы ла ошо гимназияла белем алған. “Фатима Мостафина исемендәге премия - шәхестең исемен мәңгеләштереү. Уға лайыҡ булыу ҙур бәхет”, - ти лауреат.







