Бөгөн Өфөлә “Альбанов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Сара Арктиканы өйрәнгән легендар шәхес Валериан Альбанов иҫтәлегенә бағышланды. “Республикабыҙ ғорурлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ”, тип белдерҙе мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

Бөгөн Өфөлә “Альбанов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Конференция барышында Башҡортостандың Милли музейы һәм Донецк халыҡ республикаһының Георгий Седов исемендәге халыҡ музейы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. “Киләһе йылдарҙа тәжрибә менән уртаҡлашып, һөҙөмтәле эш алып барырға уйлайбыҙ”, ти Республика милли музейы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаков.

Бөгөн Өфөлә “Альбанов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Валериан Альбанов 1882 йылдың 26 майында Өфөлә тыуа. Былтыр баш ҡалала уның исемен йөрөткәнҠотопсолар музейы асылды. Унда 100-ҙән ашыу экспонат менән танышырға була.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә “Альбанов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ