Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө районында Кластерҙар буйынса халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгреста ҡатнашты. Пленар ултырыш яңы иҡтисади шарттарҙы предприятиеларҙың кооперацияға берләшеүе темаһына бағышланды. "Кооперацияның мөһим урын алып тороуын аңлайыбыҙ. Рәсәй эсендәге кооперация һәм беҙҙең ил менән эшләргә теләгән дәүләттәр менән кооперация. Ундай илдәр күп. Беҙ Белоруссия предприятиелары менән эш башланыҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға бизнес-сәфәрҙәр булды. Йәй аҙағына ҙур делегация менән Иранға барабыҙ", тине Радий Хәбиров .







