Ике көнлөк сара сиктәрендә Рәсәй кластерҙарында ҡатнашыусылар берҙәм проекттарын алдан яҡлап сығыш яһай. Республика менән идара итеү үҙәгендә Дәүләт Думаһының сәнәғәт һәм сауҙа комитеты ҡарамағындағы сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса Эксперттар советының күсмә ултырышы ла үтте.
Эшлекле осрашыуҙа импортты алмаштырыу механизмдарын нығытыу, логистиканы яҡшыртыу мәсьәләләре күтәрелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан сәнәғәт үҫешенә яңы алымдар индереү буйынса пилот төбәк булараҡ һайлап алынғайны. Республикала Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып мебель кластеры ойошторолдо.
Индустриаль парктар, йылдам үҫеш биләмәләренең ҡеүәтен арттырыу эше дауам итә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһына килгәндә, ил кимәлендә уның тиҙ үҫешеүе лә билдәләнде.
Гөлназ Хәйбуллина




