Һәләтле балалар бер майҙанда. Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың баш ҡалаһы киләсәге» тип аталған слет үтте.
Слетҡа төбәк, Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре, «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсында уңыш ҡаҙанған балалар саҡырылғайны. Бөтә Рәсәй төбәк олимпиадаһында 936 уҡыусы ҡатнашҡан. 539 бала еңеүселәр һәм бүләкләнеүселәр исемлегенә ингән.
Йомғаҡлау этабына 9-11 класстарҙа белем алған 42 уҡыусы һайлап алынған. Интеллектуаль ярыштарҙа 18 үҫмер юғары һөҙөмтә күрһәткән. Уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштары юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алынасаҡ. Бөгөнгө сарала башҡорт теле, һәм әҙәбиәтенән, татар теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призерҙары ла тәбрикләнде.
World Skills Russia «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионатында йөҙҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Уларҙың 72-һе призлы урын алған. Һайлап алыу турына Өфөнән 16 уҡыусы үткән.
Һәләтле балалар слетында «Сәнғәт-технологиялар-спорт», « Мәғрифәт уйындары»олимпиадалары еңеүселәре, «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсында уңыш ҡаҙанған уҡыусылар ҙа бүләкләнде. Слетта ҡатнашҡан уҡыусыларҙың исем-шәрифтәре Өфөнөң һәләтле йәштәре Почет китабына индереләсәк.
Гүзәл Борханова




