Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналында «Валериан Альбанов. Көньяҡҡа, Франц Иосиф еренә» документаль фильмы күрһәтелә. Ул Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған.
Фильмда 20-се быуаттың төп серҙәренең береһе, ҡырыҫ Арктика шарттары тураһында һүҙ бара. Уны аңлауға сығышы менән Өфөнән булған штурман Валериан Иванович Альбанов булышлыҡ итә. Премьера төнгө сәғәт 11-ҙә башлана.




