Стратегик әһәмиәткә эйә ойошмалар ғына дәүләт милкендә ҡаласаҡ. Бындай иҫәпкә «Башавтотранс» менән «Башфармация» предприятиелары инә. «Урал аръяғы» , «Үҙәк» МТС тары, «Башҡортостан» нәшриәт йорто һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы , «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм республиканың торлаҡ төҙөлөшө фонды шәхси ҡулдарға күсәсәк. Был турала депутаттар алдында төбәктең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелеү ойошмалар өсөн отошло үҫеш юлы. Күптән түгел генә хосусилаштырылған «Алекссевский» совхозы мәҫәлән, тәүге кварталда ғына 5 миллион килем алырға өлгәшкән. Эшҡыуарлыҡ өлкәһен яҡлау буйынса бизнес омбудсмен Флүр Әсәҙуллин сығыш яһаны. Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил былтыр ғына биш йөҙҙән ашыу ялыу ҡабул иткән. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге санкциялар осоронда дәүләт ярҙамы алыуға ҡағылған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында илдең «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында»ғы кодексына төҙәтмәләр индереү тәҡдиме лә булды. Депутаттар мәғлүмәт даирәһендә ялған һәм хаҡ хәбәрҙе, экстремистик сайттарҙы айырым күрһәтеү яҡлы.
Парламент ултырышында шулай уҡ ҡырҡтан ашыу закон проекты ҡаралды. Документтарҙың күпселек өлөшө көрсөк осоронда иҡтисадты тергеҙеү, эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән , махсус иҡтисади биләмәләргә һалым ташламалары тағы ла арттырыла.
Айнур Кәбиров




