Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәктәбендә шахмат һәм шашка буйынса турнир үтте

Интеллектуаль ярыш белем усағында оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән Дамир Хөсәйеновтың иҫтәлегенә арналды. Математика уҡытыусыһы хаҡлы ялға сыҡҡансы, йәш быуынға шахмат, шашка түңәрәктәре алып барған, бик күп призерҙар әҙерләгән.

Хәҙер уның уҡыусылары үҙҙәре тренерҙар иҫәбендә. Икенсегә уҙғарылған турнирға яҡындағы ауылдарҙан тыш, Йылайыр районы, Ырымбур өлкәһенән дә тәжрибәле уйынсылар саҡырылғайны. Яңы ғына был спорт төрөн үҙләштерә башлаусылар ҙа ҡатнашыусылар рәтендә булды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр төрлө йәш категорияларында билдәләнде, уларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Фото №1 - Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәктәбендә шахмат һәм шашка буйынса турнир үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ