Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов Телеграм каналда хәбәр итте. Республикала көн һайын балалар ҡатнашлығында авариялар теркәлә. “Балаларға мопед, мотоцикл, самокат һәм велосипедта йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтеү мотлаҡ”, ти автоэксперт Хәлим Әйүпов.
Республикала “Иғтибар, балалар!” акцияһы бара, ул 10 июнгә тиклем дауам итә.







