Быйыл ярышта ҡатнашыусылар һәм еңеүселәргә бүләккә 10 миллион һум бирелә. Йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге баш зоотехнигы Тәхәүи Вәлиев:
Быйыл ярыш Олимпия системаһына нигеҙләнгән ҡағиҙәләр буйынса ойошторола. Республикала йәшәүселәр быға тиклем турнирҙарҙың айырыуса йәнле уҙыуы хаҡында һөйләй. Сабыштар быйыл да сәмле үтер тип ышана.
“Терра Башҡортостан” бәйгеһе көндөҙ сәғәт 2-лә башлана. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уны тура эфирҙа күрһәтә.







