Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһына старт бирелде

Ике көнгә иҫәпләнгән форум барышында гүзәл заттар өсөн төрлө лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Психологик, юридик ярҙам алырға, сәләмәтлек буйынса тар профилле белгестәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҫеше өсөн булдырылған социаль, эшлекле, ижади киңлек тураһында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы былтыр яңы баҫҡысҡа күтәрелеп, Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарыла башланы. Өфөлә старт алған сираттағы форум да илдең төрлө төбәктәренән гүзәл заттарҙы берләштерҙе. Проект авторы Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, башланғыстың уңышлы булыуы – көслө һәм ҙур команданың берҙәм эш һөҙөмтәһе. География киңәйә, бәхет биләмәһе төҙөлөшө дауам итә.

Республика башлығы Радий Хәбиров форумда ойошторолған күргәҙмә майҙансыҡтары менән дә танышып сыҡты. «Һөнәрҙәр ҡалаһы» тип исемләнгән бәхет биләмәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бында гүзәл заттар хеҙмәт баҙарында көнүҙәк булған вакансиялар менән таныша ала, яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәргә иһә уҡыу программалары тәҡдим ителә.

Сараның тәүге көнөндә «Ғаилә һәм карьера», «лидерлыҡ» темаларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр ҙә ойошторолдо. Билдәлелек алған замандаштарыбыҙ үҙ миҫалында уңыш серен асты.

Мария Ситтель, күп бала әсәһе булараҡ, «Тамыр» телеканалы ойошторған акциянан да ситтә ҡалманы. Донъялағы иң яҡын кешеһенә рәхмәт һүҙҙәрен яҙып, почта аша открытка ебәрҙе.

Сара сиктәрендә «Әсәлек һәләттәр аса» тип исемләнгән ижади күргәҙмә асылды. Сәнғәткә ғашиҡтар Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушаниә Бәҙретдинованың оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша алды.

Быйыл асыҡ акдемияның концепцияһына ярашлы, форумда ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы туризм, эшҡыуарлыҡ, еңел сәнәғәт, айти технологиялар йүнәштәре буйынса  үҫтереү ҡаралған. Федераль эксперттар саҡырылған. Һәр кем күңеленә ятҡан майҙансыҡ һайлай ала.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында үтә. Былтыр ил кимәлендә уҙғарылған форум биш меңдән ашыу гүзәл затты берләштерһә, быйыл ҡатнашыусылар тағы ла күберәк.

Фото №1 - Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһына старт бирелде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ