Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә, «Арт квадрат» биләмәһендә уҙған сарала 5 тиҫтәгә яҡын предприятие һәм ойошма эш урындары тәҡдим итте. Йәрминкә Өфө мәшғүллек үҙәге тарафынан ойошторолдо.
Был йәрминкәлә һатырға йәки һатып алырға мөмкинлек юҡ. Уның ҡарауы, аҡса эшләргә өйрәнергә, эш урыны табырға була. Майҙанда 500 тирәһе вакансия тәҡдим ителә. Бында түләүһеҙ консультациялар алырға ла, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға ла мөмкин. Вакансиялар йәрминкәһен Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында ла ойоштороу ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, был сара рәсми рәүештә эшләгән йәштәр һанын арттырырға булышлыҡ итә.
Вакансиялар йәрминкәһендә төрлө тармаҡ предприятиелары ҡатнаша, улар бөтәһе лә йәш белгестәргә мохтажлыҡ кисерә. Бигерәк тә сауҙа, нефть-газ сәнәғәте, айти технологиялар, ресторан-ҡунаҡхана өлкәһендә күпләп эш урындары тәҡдим итәләр. Йәштәрҙән бары тик эшләргә теләк кенә кәрәк. Үҙҙәренең анкеталарын ҡалдырған студенттарға күңелдәренә ятҡан предприятиела практика үтеү мөмкинлеге бар.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң мөһиме: эш биреүсе менән йәштәрҙең үҙ-ара осрашып фекер алышыуы. Сөнки тап ошондай саралар ғына кадрҙар баҙарындағы ихтыяж, талаптар менән таныштыра. Мәҫәлән, сауҙа селтәрҙәре бөгөндән үк йәштәрҙе күпләп ҡабул итергә әҙер, кассирҙар ғына түгел, менеджерҙар ҙа кәрәк.
Рәмзиә Кәримова







