Башҡорт дәүләт аграр университетында «Фермерҙар мәктәбе»нең бишенсе уҡыуҙары башланды

Был юлы программа «Умартасылыҡ» менән бергә, ресторан бизнесы өлкәһендә махсуслашырға теләүселәргә йүнәлтелгән. Мәғариф проектында ҡатнашыусылар финанс-иҡтисади һәм маркетинг квалификацияһын арттыра ала. Тыңлаусыларға эш асыу мөмкинлектәре ентекләп аңлатыла.

Саҡырылған спикерҙар бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә дәүләт ярҙамы саралары менән таныштыра. Уҡыуҙар өс айға иҫәпләнгән, тыңлаусыларға «Фермер хужалығы агробизнесы» һөнәри әҙерлек үтеү тураһында диплом тапшырыла.

Программала ҡатнашыусыларҙың күптәре бөгөн ауыл хужалығында эшләгән фермерҙар. Ә махсус уҡыуҙар уларға өҫтәмә белем булып тора. Ошо нигеҙҙә грант, субсидия алыу, эште нисек һәм ҡайһы юҫыҡта алып барыу юлдарын өйрәнә. Бығаса төҙөгән бизнес-планды тағы ла үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Федераль проект сиктәрендә махсус уҡыу программалары төҙөлгән. Әйтәйек, «Фермерҙар мәктәбе»н тамамлаусы Туймазы районынан Гөлнур Исхаҡова бөгөн башҡалар менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Быға тиклем фельдшер булып эшләгән замандашыбыҙ бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек итә.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт аграр университетында «Фермерҙар мәктәбе»нең бишенсе уҡыуҙары башланды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ