Өфөлә 1 июндә һыу инеү урындары асыла

Бөгөн баш ҡалала уларҙың әҙерлеген тикшереү буйынса рейд үтте. Комиссия ағзалары ҡотҡарыу сараларын, мәғлүмәт стенды барлығын ҡарай. Әйтергә кәрәк, унда  температура күрһәткесе лә булырға тейеш.

Ҡомлоҡтар Рәсәй ҡулланыусыларҙың хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы  һыу һәм яр буйындағы тупраҡҡа анализ яһағандан һуң ғына эш башлай ала. Быйыл Өфөлә 10  пляжда һыу инергә мөмкин буласаҡ. Уларҙың тәрәнлеге һәм  төбө тикшерелгән. Ял итеүселәр менән көтөлмәгән хәл була ҡалһа, ҡотҡарыусылар ярҙамға килә ала. 

Ямғырҙарҙан һуң һыу баҫҡан пляждар ҙа бар. Ҡомлоҡтар әле дымлы. Кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылғандар. Иҫкеләренә ремонт талап ителгәндәре лә бар. Яр буйы  талпан һәм сысҡандарға ҡаршы эшкәртелгән.

Александр Григорьев, Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Фото №1 - Өфөлә 1 июндә һыу инеү урындары асыла

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ